Яңы бинала тиҙ ярҙам, ҡабул итеү пункттары ҡаралған, ашығыс осраҡта әмәлиәт эштәрен дә ойошторорға мөмкин. Балалар тыуҙырыу дауаханаһында йәш әсәйҙәр өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ихтыяж тыуғанда өс балалар тыуҙырыу бүлмәһен файҙаланырға мөмкин. Яңы тыуған сабыйҙар өсөн, мохтажлыҡ булған осраҡта, интенсив терапия бүлеге, өс кювез бар. Ошонда уҡ көнөнә 200 кешене ҡабул итерлек ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы буласаҡ, УЗИ, лаборатория, ун урынлыҡ көндөҙгө стационар эшләйәсәк.