Төҙөлөш эштәрен бөгөн Өфөнөң “Фирма СУ-10” компанияһы башланы һәм ике йыл эсендә объектты төҙөп бөтөргә тейеш. Быға ғәжәпләнергә түгел, әлеге төҙөлөш компанияһы республикала иң көслөләрҙең береһе, объектты төҙөүгә хоҡуҡты компания етди конкурста еңеп, яулап алған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә кардиоүҙәктең хирургия корпусын төҙөү ҡаралғайны. Өр-яңы, заманса дауалау ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ корпус 6,5 миллиард һумға төшәсәк һәм Рәсәйҙең ошо төбәгендә иң көслөләрҙең береһе буласаҡ. Төҙөлөш эштәренән тыш элекке корпусҡа реконструкция үткәреү ҡаралған.
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостанда төҙөлөш эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа. Дөйөм алғанда һаулыҡ һаҡлауҙа етешһеҙлектәр бар, уларҙы хәл итеү өсөн заманса дауаханалар төҙөлөргә, кадрҙар менән тәьмин итергә һәм эште ойоштора белергә кәрәк. Милли проекттарҙа ҡаралған объекттарҙы төҙөү өсөн республикаға 2024 йылға тиклем 16,4 миллиард һумлыҡ төҙөлөш эштәрен башҡарыу талап ителә.