+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2019, 10:58

Владимир Зеленский Владимир Путин менән осрашырға теләй. Тик Рәсәй Президенты риза булырмы?

Владимир Зеленский Владимир Путин менән осрашырға теләй. Тик Рәсәй Президенты риза булырмы? Украина Президенты Фейсбук аша Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итте һәм яңы форматта осрашып һөйләшергә теләүе хаҡында белдерҙе. Рәсәй етәксеһенең матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, был тәҡдим Владимир Путин тарафынан ҡараласаҡ. #ВладимирПутин

Украина Президенты Фейсбук аша Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итте һәм яңы форматта осрашып һөйләшергә теләүе хаҡында белдерҙе. Рәсәй етәксеһенең матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, был тәҡдим Владимир Путин тарафынан ҡараласаҡ.
Украина президенты В. Зеленский тәҡдиме буйынса осрашыу Минск ҡалаһында АҠШ, Англия, Германия, Франция вәкилдәре ҡатнашлығында ойоштороласаҡ. Зеленский әйтеүенсә: “Тикшерергә кәрәк. Ҡырым кемдеке һәм Донбасста кемдәр юҡ?”
Был мөрәжәғәтте Кремль яуапһыҙ ҡалдырманы. 8 июлдә, Д. Песков белдереүенсә: “Был яңы формат. Яңы осрашыуҙан файҙа булырмы, шуны аңларға кәрәк. Ниндәй яңы формат тәҡдим ителә? Мәҫәлән, АҠШ Норманд форматының ҡатнашыусыһы түгел. Быға тиклем һөйләшеүҙәрҙә Рәсәй, Украина, Германия, Франция ғына ҡатнашты”.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Украинала 2014 йылда дәүләт түңкәрелешенән һуң
Мәскәү һәм Киевтың мөнәсәбәттәре боҙолдо һәм мартта үткәрелгән референдумда Ҡырымда
йәшәүселәрҙең 98 процентының Рәсәйгә ҡушылыу файҙаһына тауыш биреүҙәре,
Донбасста граждандар һуғышы башланыу менән тамамланды.
Читайте нас: