Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин рәсми сәфәр менән Италияның баш ҡалаһы Рим ҡалаһына килде. Рәсәй Президенты Италия президенты Серджо Матарелло менән осрашты һәм һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Италия Хөкүмәте премьер-министры Джузеппе Конте менән осрашыу ике дәүләт араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү, донъялағы төбәк бәхәстәрен хәл итеү мәсьәләләре ҡаралды. Италия премьер-министры: “Мәскәү Ливиянан алып, Сирияға, Украинанан Венесуэлаға тиклем бәхәстәрҙе хәл итеүҙә үҙ өлөшөн индерә ала. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте Рәсәйҙән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Рәсәй менән Италия мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙәренә ҙур әһәмиәт бирә”.
Рәсәй Президентын Рим Атаһы Франциск ҙур ихирам менән ҡаршы алды, һөйләшеүҙәр бер сәғәттән артыҡ барҙы. Үҙ-ара әңгәмәлә Украинала, Сирияла, Венесуэлала хәлдәрҙе яйға һалыу мәсьәләләре ҡаралды. Владимир Путин һәм Рим Атаһы Франциск бүләк бирештеләр.
Владимир Путин үҙенең күптәнге дуҫы Сильвио Берлускони менән осрашты һәм фекер алышты.
Рәсәй Президентының Италияға эш сәфәре прембер-министр Джузеппе Конте
саҡырыуы буйынса ойошторолдо.