+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 10:00

Радий Хәбиров Өфө күперенең нигеҙ ташын һалды. Баш ҡалаға тын алыу еңелерәк буласаҡ.

Кисә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Өфө-Аэропорт юлында төҙөләсәк яңы күперҙең нигеҙ ташын һалды. Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, күпер ике йыл да ете айҙан сафҡа инәсәк, уны төҙөүгә 3, 5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. “Күперҙәр һәр ваҡыт бик ҡиммәткә төшә, уларҙы төҙөү һәм ремонтлау буйынса артабанда эшләйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, пассажирҙар ағымының күбәйеүе менән бәйле, Өфө көс-хәл менән тын ала”, - тине Радий Хәбиров. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Кисә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Өфө-Аэропорт юлында төҙөләсәк яңы күперҙең нигеҙ ташын һалды. Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, күпер ике йыл да ете айҙан сафҡа инәсәк, уны төҙөүгә 3, 5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.
“Күперҙәр һәр ваҡыт бик ҡиммәткә төшә, уларҙы төҙөү һәм ремонтлау буйынса артабанда эшләйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, пассажирҙар ағымының күбәйеүе менән бәйле, Өфө көс-хәл менән тын ала”, - тине Радий Хәбиров.
“Рәсәйҙә иң оҙон юлдар Алтайҙа һәм Башҡортостанда. Район үҙәктәренән ауылдарға алып барған юлдарҙы иҫәпкә алһаҡ, төҙөлөштө йылдан-йыл арттырырға тура килә. Башҡортостан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын үтәйәсәк”, - тип билдәләне республика етәксеһе.
Читайте нас: