7 июлдә шәхси телеканалдарҙың береһенең алып барыусыһы тура эфирҙан РФ Президенты Владимир Путинды һәм уның мәрхүм ата-әсәһен мәсхәрәләп, шәхескә ҡағылырлыҡ һүҙҙәр әйтеп, оятһыҙлыҡ күрһәткәйне. Ҡафтау яғында ата-әсәгә ҡағылған оятһыҙ һүҙҙәр бер ваҡытта ла яуапһыҙ ҡалмай, ҡағиҙә булараҡ, үлтереш менән тамамлана. Был хаҡта ишеткән грузиндар алып барыусы Габунияны эштән ҡыуыуҙы талап итеп митинг ойошторған.
РФ Дәүләт Думаһы кисә үҙенең ултырышында Хөкүмәткә Грузияға санкциялар индереү хаҡында тәҡдим менән сығыш яһаны.
Ә Рәсәй Президенты был хаҡта ниндәй фекерҙә һуң? Владимир Путин, һәр ваҡыттағыса, дәүләт башлығына хас тыныс һәм аҡыллы мөнәсәбәт белдерҙе. Президент Грузияға санкциялар индереүгә ҡаршы.
Грузиндар Рәсәй башлығының тәҡдимен ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды. Сөнки ике ил араһында мөнәсәбәттәр һис тә яҡшынан түгел, Грузия парламентында булған низағтан һуң Мәскәү менән Тбилиси араһында рейстар туҡтатылды, Рәсәй туристары Грузияға барыуҙан баш тарта. Шул сәбәпле Грузия иҡтисады быйыл ғына бер миллиард долларға яҡын зыян күрәсәк.
Икенсенән, грузиндар 2008 йылғы һуғышты онотмаған, Рәсәй танктары Абхазияла һәм Тбилисиҙан 50 километрҙа ғына тора. Габунияның оятһыҙлығынан һуң һуғыш сығыуҙан ҡурҡҡан грузиндар ғәйеплене эштән ҡыуыуҙы талап итеп урамға сыҡҡан да инде.
Грузияның үҙендә хәҙер Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙы талап итеүселәр күбәйгәндән-күбәйә бара.
Рәсәй Президенты Владимир Путин санкцияларҙан баш тартып Грузия менән араларҙың артабанда боҙолоуына юл ҡуймаясағын билдәләне. Ә Грузия нимә менән яуап бирер?