-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 11:10

Яу бөткәс, йоҙроҡ төйөүселәр күбәйә. Еңелеүселәрҙең балалары тарихты инҡар итә.

Киләһе йылға барлыҡ донъя халҡы немец-фашистик Германияны еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәсәк. Хәйер, байрамдар күптән башланды, май аҙаҡтарында Францияла 2-се фронттың асылыуының 75 йыллығын билдәләнеләр, тик һуғыштың төп ауырлығын күтәргән Рәсәй халҡы вәкилен саҡырырға оноттолар. Ярай, исмаһам, беҙ онотмайыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел киләһе йылға Мәскәүгә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә Дональд Трамп менән Эммануэль Макронды саҡырҙы. Риза булдылар.

Ә бына Германияның үҙендә ҡан ҡойошло һуғыштың хәҡиҡәтен инҡар итергә теләүселәр юҡ түгел. Күптән түгел немец гәзиттәренең береһенең тарих бүлеге мөхәррире Свен Феликс Келлерхофф, йәнәһе Прохоровкалағы танк һуғышы дөрөҫ яҡтыртылмаған, һәйкәлде алып ташларға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Бына шулай, беҙҙең атай-олатайҙар еңгән, фашистар еңелгән тип ғорурланабыҙ, ә еңелеүселәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хатта тарихты яңынан яҙыуға ҡаршы түгел.
Әгәр немец журналисының яҙғандарын уҡыһаң, шаҡ ҡатырһың, сөнки фашистар шул тиклем батыр һуғышҡан, совет һалдаттарының еңеүе хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.
Тимәк, беҙгә әле лә уяу булырға, атай-олатайҙарҙан ҡалған Еңеүҙе күҙ ҡараһындай һаҡларға кәрәк.
Читайте нас: