+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2019, 17:05

Мөнирҙең тағы бер китабы сыҡҡан. Шағирҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ.

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә шағир Мөнир Вафиндың “Ғомерем сәйләннәре” исемле шиғырҙар китабы сыҡты. Үҙенсәлекле шағир, һирәк осрай торған асыштар, Мөниргә генә хас образдар. Мөнир китабы сығыу шатлығын йәшермәй, бер өлөшөн үҙ иҫәбенә алып, таратып та бөткән. Ни хәл итәһең...

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә шағир Мөнир Вафиндың “Ғомерем сәйләннәре” исемле шиғырҙар китабы сыҡты. Үҙенсәлекле шағир, һирәк осрай торған асыштар, Мөниргә генә хас образдар.
Мөнир китабы сығыу шатлығын йәшермәй, бер өлөшөн үҙ иҫәбенә алып, таратып та бөткән. Ни хәл итәһең, заманы шулай, тиражы ла ҙур түгел.
Мөнир Вафинды беҙҙә генә түгел, Ҡаҙан яғында ла яҡшы таныйҙар. Ҡаҙан китап нәшриәтендә ике китабы сыҡҡан.
Яңыраҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Теге донъяға хат” яҙған, бер нисә аҙна эсендә 15 меңдән артыҡ кеше уҡыған. Шулай килә әҙәби дан, популяр булһаң да ҡыйын, урамда тотоп алып, автограф һорайҙар. Нисауа, Мөнир ныҡ, данды ғына күтәрер.
Уңыштар һиңә, ҡәләмдәш!
Читайте нас: