Рәсәй Федерацияһында Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле тарих ҡәҙерләп һаҡлана. Үкенескә ҡаршы, Көнбайыш илдәрендә Еңеүҙең әһәмиәтен төшөрөү, СССР-ҙың күп милләтле халҡының батырлығын онотторға тырышыу һуңғы йылдарҙа үҙен ныҡ һиҙҙерә. Бөйөк Ватан һуғышына бәйле тарихи хаҡиҡәт түгел, ялған пропаганда өҫтөнлөк итә. Европаның совет халҡы тарафынан йөҙәр меңдәрсә ҡорбан биреп азатлыҡ яулауын онотторорға теләүселәр бар. Хатта Көнсығыш Европа илдәрендә совет яугирҙарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе емерәләр, ҡәберлектәрен юҡ итәләр. Ошондай шарттарҙа Рәсәйҙә Еңеү йолаларын һаҡлауға ҙур әһәмиәт бирелә. Быға ғәжәпләнергә ярамай, сөнки Еңеүгә бик күп ҡорбандар бирелә. Рәсәйҙә һуғыш ҡағылмаған ғаиләләр юҡ, тип әйтерлек.