+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2019, 10:10

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Иҡтисадты үҫтереү яңы технологияларҙан тыш мөмкин түгел.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа фәнде үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ысынлап та, фәнде үҫтермәй тороп, иҡтисади уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгел. Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында Рәсәй иҡтисадын һәм юғары технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Ултырыш эшендә Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры, финанс министры Антон Силуанов, иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе Эльвира Нәбиуллина һәм дәүләт корпорациялары менеджерҙары ҡатнашты. #нацпроекты

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа фәнде үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ысынлап та, фәнде үҫтермәй тороп, иҡтисади уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгел. Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында Рәсәй иҡтисадын һәм юғары технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Ултырыш эшендә Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры, финанс министры Антон Силуанов, иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе Эльвира Нәбиуллина һәм дәүләт корпорациялары менеджерҙары ҡатнашты.
Владимир Путин Рәсәй иҡтисадының үҫеше менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
Ил иҡтисады ыңғай үҫеш темптарын һаҡлап килә, иҡтисад 13 квартал тотороҡло үҫешә. Ғинуар-май айҙарында эске тулайым продукт – 0,6 процентҡа, сәнәғәт етештереүе 2,4 процентҡа үҫкән. “Шул уҡ ваҡытта, беҙ көслөрәк һәм тотороҡлораҡ үҫешкә иҫәп тотабыҙ”, – тине Владимир Путин.
Ил иҡтисадының тотороҡло үҫеүен күрһәткән миҫалдар: инфляция аҡрынлап кәмей, эшһеҙлек кимәле 4,5 процент ҡына тәшкил итә.
Владимир
Путин Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡты, эшлекле һәм инвестицион климатты үҫтереүгә
иғтибарҙы йүнәлтте. Шул уҡ ваҡытта, алдынғы технологияларҙы сәнәғәткә әүҙемерәк
индереүгә баҫым яһаны.
Читайте нас: