Рәсәй Президенты Владимир Путин НАТО-ның тығыҙ сафтарына “Триумф” менән килеп инде, тип яҙа Көнбайыш эксперттары. Төркиә тарафынан Рәсәйҙән “Триумф” исеме менән йөрөтөлгән С-400 зенит-ракета комплексы һатып алыныуы НАТО-ның көньяҡ сигенең бығаса күрелмәгән һынауға дусар ителеүе тураһында һөйләй. Барлыҡ донъя АҠШ президенты Дональд Трамптың Рәсәй Президенты Владимир Путин алдында көсһөҙлөгөнә шаһит булды. Ҡушма Штаттарҙың Төркиәнең Рәсәйҙән “Триумф”ты һатып алыуға ҡаршы көрәшеүе бер файҙа ла бирмәне.
Владимир Путиндың НАТО-ны сираттағы еңеүе һуңғы егерме йылда иң шау-шыулы һәм әһәмиәтлеләр иҫәбенә инеүе бик ихтимал. Сөнки быға тиклем НАТО-ға ҡараған дәүләттәрҙең Рәсәйҙән С-400 түгел, бер тиҫтә “Калашников” автоматын һатып алыуҙарын да күҙ алдына килтереү мөмкин түгел ине. Ҡырым ярымутрауын Рәсәй Президенты Владимир Путин бер атыуһыҙ кире ҡайтарғандан һуң Төркиәне С-400 менән ҡоралландырып, барлыҡ донъяла абруйын нығытты.
Хәйер, көрәш дауам итә, сөнки АҠШ санкциялар әҙерләй, ә Төркиә бындай янауҙарға битараф һәм С-400 комплексын тиҙ арала хәрби сафҡа баҫтырыу менән мәшғүл. Сөнки, санкциялар булған осраҡта, Эрдогандың хәл иткес аҙымға барыуы, Төркиәнең НАТО-нан баш тартыуы бик ихтимал, ти аналитиктар.