+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2019, 11:18

Радий Хәбиров Шишмәнән яҡшы кәйеф менән ҡайтҡан. Шишмәләр күп һөйләмәй, эшләй генә белә.

Радий Хәбиров Шишмәнән яҡшы кәйеф менән ҡайтҡан. Шишмәләр күп һөйләмәй, эшләй генә белә. Үткән шәмбе Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бик көсөргәнешле эшләне. Иң тәүҙә ул Шишмәнең “Хөсәйенбәк Хажи” мәсетендә һәм христиандарҙың “Успенский” ҡорамында булды. “Шишмәлә мәсет һәм сиркәү йәнәш кенә, юл аша ғына урынлашҡан. Икеһе лә йылы, яҡты, күркәм, уңайлы. Район үҙенең төҙөклөгө, тәртибе, иҡтисади мөмкинлектәре һәм үҫергә ынтылышы менән ҡыуандырҙы. Проблемалар ҙа бар, уларҙы хәл итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Фейсбукта Радий Хәбиров. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Үткән шәмбе Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бик көсөргәнешле эшләне. Иң тәүҙә ул Шишмәнең “Хөсәйенбәк Хажи” мәсетендә һәм христиандарҙың “Успенский” ҡорамында булды.
“Шишмәлә мәсет һәм сиркәү йәнәш кенә, юл аша ғына урынлашҡан. Икеһе лә йылы, яҡты, күркәм, уңайлы. Район үҙенең төҙөклөгө, тәртибе, иҡтисади мөмкинлектәре һәм үҫергә ынтылышы менән ҡыуандырҙы. Проблемалар ҙа бар, уларҙы хәл итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Фейсбукта Радий Хәбиров.
Ысынлап та, республика етәксеһе Шишмәлә яҡшы үҙгәрештәрҙе бик күп күрҙе, төҙөкләндереү, “Башҡорт ихатаһы”, торлаҡ төҙөлөшө, инвестициялар йәлеп итеү районда киң ҡолас менән бара. Районға республикалағы иң тәжрибәле һәм көслө башлыҡтарҙың береһе Флүр Уразмәтов етәкселек итә һәм башҡаларға өлгө күрһәтә. Районда уртаҡлашырлыҡ тәжрибә, күрһәтерлек ҡаҙаныштар байтаҡ. Шул уҡ подъездарҙы ремантлау һәм “Башҡорт ихатаһы” республика программалары уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындағы дауахананан да Радий Хәбиров күңеле күтәрелеп сыҡты. Тәжрибәле баш табип Камил Яппаров менән республика етәксеһе араһында һүҙ милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә дауаханаларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү, яңы ҡорамалдар һатып алыу хаҡында барҙы. Район хакимиәте кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса аныҡ ярҙам күрһәтә. Көҙгә Башҡорт дәүләт медицина университетынан киләсәк йәш белгестәргә торлаҡ әҙерләйҙәр. Баш табип Камил Яппаров Радий Хәбировтан дауаханаға компьютерлы томограф һатып алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Томограф дауаханаға бик кәрәк. Ул арзан түгел, хаҡы 64 миллион һум. Мәсьәләнең быйыл уҡ хәл ителеренә ышаныс бар.
Читайте нас: