+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2019, 08:03

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ярҙам аласаҡ.

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ярҙам аласаҡ. РФ Президенты Владимир Путин менән һуңғы тура бәйләнештә аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә пособиелар түләү тураһында һүҙ бер нисә тапҡыр күтәрелгәйне. Быға ғәжәпләнергә түгел, ил халҡы кәмей, “Демография” милли проектын үтәү өсөн бүленгән сығымдарҙы арттырмай тороп, һынылышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. “Тура бәйләнеш”тән һуң Владимир Путин Хөкүмәткә тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр бирҙе. #нацпроекты

РФ Президенты Владимир Путин менән һуңғы тура бәйләнештә аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә пособиелар түләү тураһында һүҙ бер нисә тапҡыр күтәрелгәйне. Быға ғәжәпләнергә түгел, ил халҡы кәмей, “Демография” милли проектын үтәү өсөн бүленгән сығымдарҙы арттырмай тороп, һынылышҡа өлгәшеү мөмкин түгел.
“Тура бәйләнеш”тән һуң Владимир Путин Хөкүмәткә тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр бирҙе.
Рәсәй Хөкүмәте уртаса килеме ике йәшәү минимумынан артыҡ булмаған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү хаҡында закон проектын әҙерләне. Оҙаҡламай ҡабул ителәсәк законға ярашлы, был пособиелар йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге беренсе һәм икенсе балаһы тыуған ғаиләләр тәьмин ителәсәк. 2020 йылдың 1 ғинуарынан түләнәсәк пособие төбәктең йәшәү минимумына тиң буласаҡ. Хөкүмәт аппаратында белдереүҙәренсә, пособие ай һайын түләнәсәк һәм бер балаға ун мең һум тәшкил итәсәк.
Читайте нас: