+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2019, 09:56

Владимир Путин Сергей Катыринды ҡабул итте. Доллар хәҙер икенсе планға күсә.

Владимир Путин Сергей Катыринды ҡабул итте. Доллар хәҙер икенсе планға күсә. Был көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәүҙә эш осрашыуҙары үткәрә һәм кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. Бөгөндән Рәсәйҙән Һиндостан ҡорал һатып алған өсөн хисаплашыу тик милли валюталар ярҙамында ғына алып барыласаҡ. Тимәк, был осраҡта АҠШ доллары икенсе планға күсә. Шуны өҫтәп әйтергә мөмкин, Һиндостан Рәсәйҙән иң күп ҡорал һатып алған илдәрҙең береһе. #ВладимирПутин

Был көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәүҙә эш осрашыуҙары үткәрә һәм кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. Бөгөндән Рәсәйҙән Һиндостан ҡорал һатып алған өсөн хисаплашыу тик милли валюталар ярҙамында ғына алып барыласаҡ. Тимәк, был осраҡта АҠШ доллары икенсе планға күсә. Шуны өҫтәп әйтергә мөмкин, Һиндостан Рәсәйҙән иң күп ҡорал һатып алған илдәрҙең береһе.
Бөгөн Рәсәй Президенты Тауар-сәнәғәт палатаһы етксеһе Сергей Катыринды ҡабул итте. Бындай осрашыуҙар даими үткәрелеп тора һәм сәнәғәтте, иҡтисадты үҫтереү өсөн бик әһәмиәтле.
Ҡыҙыҡы хәбәрҙәр Төркиәнән килде. Бер төрөк кондитеры “Триумф” С-400 зенит-ракета комплексын һатҡан өсөн Владимир Путинға ҙур бәлеш бешереп ебәргән.
17 июлдә Белорусь республикаһы президенты Александр Лукашенко рәсми булмаған осрашыу өсөн Мәскәүгә килә.
Читайте нас: