Башҡортостанда яҡын йылдарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға 16,4 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Бүленгән аҡсалар тураһында күп һөйләйбеҙ. Был ыңғай үҙгәрештәрҙе ауыл халҡы үҙ тормошонда ысынбарлыҡта тоясаҡмы?
Бына ыңғай миҫалдар: бынан ике аҙна элек Илеш районында бер түгел, ике фельдшер-акушер пункты үҙ ишектәрен асты. Үткән шәмбе Учалы районының Һәйтәк ауылында асылған ФАП урындағы халыҡ өсөн ҙур шатлыҡҡа әйләнде. Яңы пункт элеккеһе менән һис тә сағыштырырлыҡ түгел. Заманса бинала бөтә шарттар ҙа бар: һыу индерелгән, электр менән йылытыла, ошонда уҡ сират өсөн бүлмә ҡаралған, процедура кабинеты бөтәһенә лә оҡшаясаҡ.
шатлыҡлы күренештәр башҡа ауылдарға ла килеп етһен ине. Быйыл Башҡортостанда
утыҙлап фельдшер-акушер пунты төҙөүгә һәм ремонтлауға 625 миллион һумдан ашыу
аҡса бүленәсәк. Ә пункт асылмаған бәләкәйерәк ауылдарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 27
күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ.