+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2019, 11:53

Радий Хәбиров 1-4 синыфтарҙа уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы түләүһеҙ ойошторорға тәҡдим итә. Хөкүмәттең быға көсө етерме?

Радий Хәбиров 1-4 синыфтарҙа уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы түләүһеҙ ойошторорға тәҡдим итә. Хөкүмәттең быға көсө етерме? Кисә Нефтекама ҡалаһында туҡланыу буйынса төбәк операторҙарының Беренсе республика форумы үтте. Туҡланыуҙы ойоштороусылар мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында эштәрҙе ойоштороу хаҡында һөйләште. Форумда республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Кисә Нефтекама ҡалаһында туҡланыу буйынса төбәк операторҙарының Беренсе республика форумы үтте. Туҡланыуҙы ойоштороусылар мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында эштәрҙе ойоштороу хаҡында һөйләште. Форумда республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
“Мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе, – тине Радий Хәбиров, – үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер уҡыусылар өсөн мәктәптә ашау – туҡланыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге”.
Республика етәксеһе туҡланыуҙы ойоштороусылар аллдында ҙур, ләкин үтәлерлек бурыстар ҡуйҙы. Радий Фәрит улы тәҡдим итеүенсә, башланғыс кластарҙа уҡыусылар өсөн мәктәп туҡланыуын түләүһеҙ ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн йылына 1,5 миллиард һум аҡса талап ителәсәк.
Туҡланыуҙы ойоштороуҙа контроль көн һайын һәм ныҡлы буласаҡ. Мәктәп туҡланыуы сифатлы, тәмле һәм файҙалы булһын. Республика үҙ алдына туҡланыуҙы ойоштороу буйынса Рәсәй кимәлендә иң яҡшыларҙың береһе була ала.
Читайте нас: