+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2019, 08:01

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың милли проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса “Май указдарын” үтәү хаҡында тәүге ярты йыллыҡҡа бурыстарҙы барланы.

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың милли проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса “Май указдарын” үтәү хаҡында тәүге ярты йыллыҡҡа бурыстарҙы барланы. 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 58 төбәк милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 172 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Ултырышта билдәләнеүенсә, аҡсаның күпселек өлөшө, 150 миллиард һумы, “Экология”, “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Мәғариф”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Экология”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәҙәниәт” тармаҡтарына бүленәсәк. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

2024 йылға тиклем Башҡортостанда 58 төбәк милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 172 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Ултырышта билдәләнеүенсә, аҡсаның күпселек өлөшө, 150 миллиард һумы, “Экология”, “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Мәғариф”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Экология”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәҙәниәт” тармаҡтарына бүленәсәк.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Демография”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттарын үтәүҙең мөһимлеген билдәләне һәм айырым күрһәтмәләр бирҙе. Милли проекттарҙы үтәү сиктәрендә Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 21 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы, 4 ауыл мәҙәниәт йорто, утыҙлап фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк.
Әйткәндәй, ФАП-тарҙың яртыһынан күбе төҙөлөп, сафҡа индерелгән дә инде.
Читайте нас: