+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2019, 11:09

Владимир Путин Ангела Меркель ханымды ҡотланы. “Тимер фрау”ҙың һаулығы нисек?

Владимир Путин Ангела Меркель ханымды ҡотланы. “Тимер фрау”ҙың һаулығы нисек? Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркелде тыуған көнө менән ҡотланы. Тимер фрау исеменә килгән күп һанлы ҡотлауҙар араһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ихлас теләктәре айырым урын алып тора. Санкцияларға ҡарамаҫтан, Рәсәй–Германия иҡтисади мөнәсәбәттәре йылдан-йыл нығына бара. Германия беҙгә иң күп инвестициялар һалыусы дәүләттәрҙең береһе. Германияның яртыһы тип әйтерлек, Рәсәй газы иҫәбенә йылына һәм көн итә. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркелде тыуған көнө менән ҡотланы. Тимер фрау исеменә килгән күп һанлы ҡотлауҙар араһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ихлас теләктәре айырым урын алып тора. Санкцияларға ҡарамаҫтан, Рәсәй–Германия иҡтисади мөнәсәбәттәре йылдан-йыл нығына бара. Германия беҙгә иң күп инвестициялар һалыусы дәүләттәрҙең береһе. Германияның яртыһы тип әйтерлек, Рәсәй газы иҫәбенә йылына һәм көн итә.
Владимир Путиндың ҡотлауында фрау Меркелгә ныҡлы һаулыҡ теләү бар. Сәйәсмәндәр билдәләүенсә, Ангела Меркель өсөн һаулыҡ мәсьәләһе бөгөн бик мөһим. Сөнки һуңғы айҙарҙа канцлер ханым рәсми саралар ваҡытында бер нисә тапҡыр өйәнәк кисерҙе. Хатта һуңғы ике рәсми осрашыуҙа дәүләт гимндары уйнағанда Ангела Меркелгә ултырып ҡына торорға тура килде. Ә оппозиция бындай йомшаҡлыҡтарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай һәм Германия кеүек ҡеүәтле дәүләттең башында һаулығы тимерҙәй ныҡ канцлерҙың ултырыуын талап итә.
Канцлерҙың
һаулығы Германия өсөн әлегә тыйылған темаларҙың береһе. Оппозиция Ангела Меркелдең
сирләүенең диагнозын иғлан итергә тәҡдим яһай. Ә властар әлегә өндәшмәй.
Читайте нас: