Александр Лукашенко әйтеүенсә, Белоруссия менән Рәсәй халҡы дәүләт башлыҡтарынан аныҡ һөҙөмтәләргә килеүен көтә.
“2019 йылдың декабренә тиклем беҙ бөтә һорауҙарҙы ла хәл итергә тейешбеҙ”, - тине Александр Григорьевич. – “Беҙҙең эшмәкәрлектең стратегияһын төҙөп, программаһын билдәләп, ағымдағы проблемаларҙы хәл итеп ҡуяйыҡ”.
Ағымдағы проблемалар тигәндә, шунда уҡ күҙ алдына нефть, газ һәм аҡса килә. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, бындай уйын беренсе тапҡыр күҙәтелмәй һәм хәҙер бик үк ышандырып та бармай.
Көнсығыш Европала беҙҙең өсөн Белоруссиянан башҡа ышанырлыҡ партнерҙар ҡалманы, шуға күрә, күршеләрҙән баш тартыу, уға ярҙам итмәү дөрөҫ булмаҫ.
Быйыл декабрҙә Рәсәй-Белоруссия союзының төҙөлөүенә 20 йыл тула, бәлки, ошо айҡанлы ике дәүләт тос ҡына аҙымдар ҙа яһап ҡуйыр.