-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль 2019, 08:00

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Торлаҡ төҙөлөшө яңы һулыш кисерә.

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Торлаҡ төҙөлөшө яңы һулыш кисерә. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡалаларыбыҙҙың матурланыуына килтерәсәк. 2019 йылда ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә 142 майҙан, парктар, скверҙар, ял урындары төҙөкләндереләсәк. Быйыл ғына “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,4 миллиард һум, подъездарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереү өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Республика Хөкүмәте “Торлаҡ – һаҡлыҡ” программаһы сиктәрендә өйлө булырға теләүселәргә ярҙам итеү маҡсатында ипотека процентын 5,5 процентҡа тиклем кәметте. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡалаларыбыҙҙың матурланыуына килтерәсәк. 2019 йылда ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә 142 майҙан, парктар, скверҙар, ял урындары төҙөкләндереләсәк. Быйыл ғына “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,4 миллиард һум, подъездарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереү өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Республика Хөкүмәте “Торлаҡ – һаҡлыҡ” программаһы сиктәрендә өйлө булырға теләүселәргә ярҙам итеү маҡсатында ипотека процентын 5,5 процентҡа тиклем кәметте.
Ярты йылда 12400 фатир, йәки дөйөм майҙаны миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостанда, мең кешегә иҫәпләгәндә, 243 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
Торлаҡтың 66 проценты республикала йәшәүселәр иҫәбенә, йәки кредиттар алып төҙөлә. Шәхси йорттаррға килгәндә, 653 мең квадрат метрлы 5849 шәхси йорт төҙөлөп бөткән. Күп ҡатлы йорттар 333 мең квадрат метрҙан ашыу төҙөлгән. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 40 процентҡа күберәк, тигән һүҙ.
Волга буйы Федераль округында торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса республика икенсе урында килә.
Читайте нас: