+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль 2019, 11:02

Яландарҙа еләк-емеш ишелеп уңды. Тик барлыҡ еләкте йыйып бөтөп буламы?

Яландарҙа еләк-емеш ишелеп уңды. Тик барлыҡ еләкте йыйып бөтөп буламы? Беҙҙең халыҡ асыҡ һәм урыны менән бер ҡатлы. Ни өсөн? Ана, ҡарағыҙ, бер күнәк еләк йыйып өлгөрмәй, шуны фотоға төшөрөп, интернетҡа элеп тә ҡуя. Будта, бер күнәк түгел, бер тонна йыйған инде. Ниңә уны бөтә донъяға фаш итергә? Шым ғына йый ҙа йый инде. Ә һеҙ беләһегеҙме, Ер шарында йәшәүселәр ерҙә, ағаста, һыуҙа үҫкән еләк-емештең, бәшмәктең, дарыу үләндәренең һәм башҡаларҙың ни бары бер генә процентын йыя һәм мәнфәғәтендә файҙалана. Эйе, бер генә процент йыйыла һәм кеше файҙаһына хеҙмәт итә. Ә ҡалғаны ҡайҙа була һуң? Ҡайҙа булһын, үҙенең сүпләүсеһен көтөп – тилмереп ята һәм сереп юҡҡа сыға. Йыл һайын...

Беҙҙең халыҡ асыҡ һәм урыны менән бер ҡатлы. Ни өсөн? Ана, ҡарағыҙ, бер күнәк еләк йыйып өлгөрмәй, шуны фотоға төшөрөп, интернетҡа элеп тә ҡуя. Будта, бер күнәк түгел, бер тонна йыйған инде. Ниңә уны бөтә донъяға фаш итергә? Шым ғына йый ҙа йый инде.
Ә һеҙ беләһегеҙме, Ер шарында йәшәүселәр ерҙә, ағаста, һыуҙа үҫкән еләк-емештең, бәшмәктең, дарыу үләндәренең һәм башҡаларҙың ни бары бер генә процентын йыя һәм мәнфәғәтендә файҙалана. Эйе, бер генә процент йыйыла һәм кеше файҙаһына хеҙмәт итә. Ә ҡалғаны ҡайҙа була һуң? Ҡайҙа булһын, үҙенең сүпләүсеһен көтөп – тилмереп ята һәм сереп юҡҡа сыға. Йыл һайын...
Ә һеҙ беләһегеҙме, мәңге туя белмәҫ хөкүмәт әһелдәре ошо бер процентҡа һис тә битараф түгел. Улар ябай халыҡ еләк-емеште, бәшмәкте, дарыу үләндәрен урман-яландарҙан түгел, ә хөкүмәттең баҡсаһынан йыя, бының өсөн һалым түләмәй тип нисә йылдар тыныс йоҡлай алмай. Иҡтисади үҫеш министрлығы быға сик ҡуйырға теләй һәм еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйыусыларҙы берләшергә, ойошорға, тағы бер кантур төҙөргә, был эштә тәртип урынлаштырырға тәҡдим итә. Ни өсөн? Әлбиттә, һалым түләү өсөн.
Ә беҙ ни ҡыла алабыҙ? Беҙгә бер генә юл ҡала, баяғы, булыр-булмаҫ бер проценттан баш тартырға тура килмәгәйе.
Бер күнәк еләк йыйҙығыҙмы? Фотоға төшөрөп, элер алдынан ошо мәҡәләне тағы бер уҡығыҙ.
Читайте нас: