+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2019, 10:10

Ярай әле Владимир Путин бар. Рәсәй Президенты барыһына ла нисек өлгөрә?

Ярай әле Владимир Путин бар. Рәсәй Президенты барыһына ла нисек өлгөрә? Үткән аҙна аҙағы Рәсәй Президенты өсөн бик көсөргәнешле булды. Тәүҙә Белоруссия президенты Александр Лукашенко менән Валаамға рәсми булмаған сәфәр, аңлауыбыҙса, ифрат ҡатмарлы һөйләшеүҙәр. Икенсе көнөнә Санкт-Петербургта кисәге осрашыуҙың дауамы. Ниһайәт, Белоруссия менән интеграция хаҡында ла өмөтлө һүҙҙәр ишетелеп ҡуйҙы. Хәйер, беҙ бындай вәғәҙәләргә өйрәнеп бөткән инде. #ВладимирПутин

Үткән аҙна аҙағы Рәсәй Президенты өсөн бик көсөргәнешле булды. Тәүҙә Белоруссия президенты Александр Лукашенко менән Валаамға рәсми булмаған сәфәр, аңлауыбыҙса, ифрат ҡатмарлы һөйләшеүҙәр. Икенсе көнөнә Санкт-Петербургта кисәге осрашыуҙың дауамы. Ниһайәт, Белоруссия менән интеграция хаҡында ла өмөтлө һүҙҙәр ишетелеп ҡуйҙы. Хәйер, беҙ бындай вәғәҙәләргә өйрәнеп бөткән инде.
Шәмбе Рәсәй Президентын көнө буйына Магнитогорскийҙа көттөләр. Президент самолеты, ысынлап та, Санкт-Петербургтан көнсығышҡа осто һәм Иркутск аэропортына килеп төштө. Һыуға батҡандарҙың хәлен белер өсөн. Бында халыҡты ҡотҡарыу, урынлаштырыу, туҡландырыу, аҙмы-күпме матди ярҙам күрһәтеү өсөн бик ҙур эштәр башҡарыла. Рәсәй Президенты быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп, ышанырға теләй, өлкәндәрҙән алып, бәләкәй балаларға тиклем – хәлдәрен белешә. Иркутск крайында бер нисә сәғәт булғандан һуң Президент лайнеры ҡояш ыңғайына көнбайышҡа осто һәм Магнитогорск аэропортына килеп төштө. Әйткәндәй, был аэропорт боронғо башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан һәм әбйәлилдәр бының менән сикһеҙ һәм нигеҙле ғорурлана. Владимир Путин Магниторгорск Металлургия комбинатында булды, яңы етештереү цехын эшкә ҡушты һәм эшселәрҙе байрам менән ҡотланы.
Шул уҡ көндәрҙә “Рәсәй-1” телеканалында атаҡлы режиссер Оливер Стоун: “Һеҙ арыманығыҙмы?” – тип һораны. “Юҡ. Әгәр арыһам, мин дүртенсе тапҡыр (президентлыҡҡа – ред.) бармаҫ инем”, – тип яуап бирҙе Рәсәй Президенты ышаныслы итеп.
Арымағыҙ, Владимир Владимирович. Алда һеҙҙе ҙур һәм ҡатмарлы эштәр көтә. Халыҡ һеҙгә ышаныс менән ҡарай. Йәштәрҙе, күп балалыларҙы, аҙ тәьмин ителгәндәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен генә алайыҡ. Һуңғы көндәрҙә генә ошо йәһәттән бик эшлекле тәҡдимдәр ишетелде Президент тарафынан. Улар һис тә үтәлмәҫлек түгел. Ошоларҙы Президент үҙ контролена алмаҫмы икән? Мәҫәлән, шул уҡ Иркутск халҡына ярҙам иткән һымаҡ. Хәҙер унда чиновниктарҙың нисек тырышып эшләүен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Сөнки Президент сентябрҙә тағы ла килергә вәғәҙә итте.
Ни хәл итәһең, Рәсәйҙә башҡаса мөмкин түгел шул.
Читайте нас: