Республикала хәл итәһе проблемалар күп. Улар ҙур сығымдар һәм көсөргәнешле эш талап итә. Республика етәкселеге социаль проблемаларҙы хәл итеү, яңы эш урындары булдырыу, аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙам буйынса байтаҡ эштәр башҡара. Төньяҡ Кавказдың таулы төбәгендә урынлашҡан республикала туризмды үҫтереү байтаҡ кешене эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер ине. Рәсәй Президенты башҡарылған эштәрҙе хупланы һәм уңыштар теләне.