+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2019, 10:40

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Өфөнө “Химпром”дан таҙартырға ваҡыт.

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Өфөнө “Химпром”дан таҙартырға ваҡыт. Башҡортостанда “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 45 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Тәбиғәтте таҙартыуға һәм һаҡлауға шул тиклем күп аҡса бүленеүенә ғәжәпләнергә ярамай, сөнки быға тиклем экология мәсьәләләренә иғтибар аҙ бүленде һәм проблемелер күбәйгәндән-күбәйҙе. Шулар иҫәбендә баш ҡаланың сәнәғәт биҫтәһендә урынлашҡан, элек барлыҡ Советтар Союзына сәсеүлектәрҙе химик утау өсөн тәғәйенләнгән гербицидтар етештереүсе “Өфөхимпром” предприятиеһы майҙандары ла бар. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты

Башҡортостанда “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 45 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Тәбиғәтте таҙартыуға һәм һаҡлауға шул тиклем күп аҡса бүленеүенә ғәжәпләнергә ярамай, сөнки быға тиклем экология мәсьәләләренә иғтибар аҙ бүленде һәм проблемелер күбәйгәндән-күбәйҙе. Шулар иҫәбендә баш ҡаланың сәнәғәт биҫтәһендә урынлашҡан, элек барлыҡ Советтар Союзына сәсеүлектәрҙе химик утау өсөн тәғәйенләнгән гербицидтар етештереүсе “Өфөхимпром” предприятиеһы майҙандары ла бар.
“Экология” милли проектына бүленгән сығымдар “Өфөхимпром”ды таҙарттырыуға ла йүнәлтеләсәк. Францияның SUEZ компанияһы хәҙер эшләүҙән туҡтаған предприятены экологик йәһәттән таҙартыуҙа ҡатнашырға теләген белдерҙе. Француз компанияһы быға тиклем ““Уфанефтехим” предприятеларында таҙартыу ҡоролмалары төҙөп, ышаныс яулап өлгөргәйне.
Француз компанияһы Башҡортостанда башҡа проекттарҙы ла тормошҡа ашырыуға әҙер.
Читайте нас в