-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2019, 12:34

Рәсәй һәм Грузия мөнәсәбәттәре... Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ.

Рәсәй һәм Грузия мөнәсәбәттәре... Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. Грузия менән Рәсәйҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре 2008 йылдың авгусында нисек боҙолғанын хәҙер күптәр хәтерләмәй. Күпселек, “нимә өсөндөр һуғыштылар, буғай”, тип иҫкә төшөрөр. Дауамын сайттан уҡығыҙ.

Грузия менән Рәсәйҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре 2008 йылдың авгусында нисек боҙолғанын хәҙер күптәр хәтерләмәй. Күпселек, “нимә өсөндөр һуғыштылар, буғай”, тип иҫкә төшөрөр.
Байтаҡ ваҡыт, минераль һыу, грузин шарабы аҡты, 20 июндә низағлы бәхәс тағы ҡыҙып китте. Тбилисиҙа православ депутаттар үҙенең ҡорона йыйылған. Бығаса белмәй инем, депутаттарҙың шундай ойошмаһы ла бар икән. Шулай итеп, православ депутаттарҙың башлығы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, әһәмиәте юҡ, шуға фамилияһын иҫкә алып тормайым, Грузия Парламентының рәйесе ултырғысына ултырырға батырсылыҡ иткән. Әмәлгә ҡалғандай, тапшырыуҙы телевидение аша тура эфирҙа күрһәткәндәр. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутатының спикер урынын биләүен күреп, грузиндар урамға йүгерешеп сыҡҡан һәм Парламентты уратып алған. Дәүләт Думаһы депутаттарын көс-хәл менән аэропортҡа эвакуациялап, бәләнән баш-аяҡ, тип, оҙатып ҡуйғандар. Грузиндар геүләшеүен дауам иткән, уларҙы полиция уратып алған һәм бер нисәһен дөмбәҫләп ташлаған. Ошо урында грузиндар ни өсөн урамға сығыуҙарын онотоуҙары бик ихтимал. Ләкин бындағы Рәсәй туристарының именлегенә ҡурҡыныс тыуған. Ашығыс рәүештә Рәсәй Президенты Владимир Путин 8 июлдән Мәскәү-Тбилиси маршруты самолеттарының осоуын туҡтатырға мәжбүр булды. Ул арала булмай, грузиндарҙың Малахов һымағыраҡ бер шоумены тура эфирҙан телевизор аша Рәсәй Президентын һәм уның мәрхүм ата-әсәһен мәсхәрәләп, грузиндарға хас булмаған һүҙҙәр әйтеп һалды. Әлбиттә, зәңгәр экран аша кемделер оятһыҙ һүҙҙәр менән һүгеү өсөн артыҡ батырлыҡ кәрәкмәй. Телекомпания хужаларына “ҡыйыу” шоуменды эфирҙан ваҡытлыса алып торорға тура килде. Габуния (дөрөҫ аңлағыҙ, был – фамилия) хәҙер үҙенең ғүмере өсөн бик ҡурҡа икән. Хатта бер нисә тән һаҡсыһы ялларға мәжбүр булған. Дөрөҫ ҡурҡа Габуния, сөнки кемдер уны тотоп танауын ҡанатһа ла, Путинды, йәки Кремлдең ҡулдарын ғәйепле итәсәктәр. Минең уйымса, Габунияның танауын ҡанатырға теләүселәр Грузияла былай ҙа етерлектер. Сөнки уның тәрбиәһеҙлеге Грузиндар өсөн яҡынса 1 миллиард долларға төшә яҙҙы. Ярай әле, Рәсәй Президенты Грузияға ҡарата иҡтисади санкциялар индереүҙән баш тартты. Юғиһә, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы бер көн алда Хөкүмәткә Грузияға ҡаршы санкциялар индереү хаҡында тәҡдим менән сығыш яһағайны.
Йәйге ялдар мәле. Дәүләт Думаһы ла каникулдарға таралды. Дума рәйесе Вячеслав Володин яҙғы сессияға йомғаҡ яһап, телеканалдарға интервью бирҙе. Спикерҙың һөйләгәндәрен ентекләп тыңланым, ләкин һайлаусылар, ябай халыҡ мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ һүҙҙәр, ҡылған эштәр хаҡында, үкенескә ҡаршы, бер ни ҙә ишетмәнем. Кем белә, бәлки, улар булмағандыр ҙа. Ҡайҙа барайыҡ, ул Думаны беҙ һайланыҡ бит. Ә бына, баяғы, Грузияға яҫҡыныу тағы ла ишетелеп ҡалды. Вячеслав Володин Грузия президенты Саломе ханым Зурабишвилиҙан Рәсәйгә ҡаршы риторика (һүҙ бутҡаһы тип аңлағыҙ) өсөн ғәфү үтенеүҙе талап итә. Эйе, дөрөҫ аңлаһам, бөйөк Рәсәйҙең төп сәйәсәтен билдәләүсе кешеләрҙең береһе, типһә, тимер өҙөрҙәй ир-егет бәләкәй генә Грузияның йонсоу ғына сәйәсәтен билдәләүсе ханымдан ғәфү талап итә. Быны, әлбиттә, депутаттарҙың йыл буйы көсөргәнешле эшләүенә, ниһайәт, арып-талып, йонсоп, йәйге ялға етеүҙәренә, көндәрҙең эҫелегенә, магнит тулҡындарының тәьҫиренә һылтап та ҡотолор инек, бөтә мәғлүмәт саралары ла тип әйтерлек, Рәсәйҙең фәҡир халҡының тормошон яҡшыртыу, милли проекттарҙы ысынбарлыҡҡа әүерелдереү, хаҡтарҙы ауыҙлыҡлау, эш хаҡын, пособиеларҙы арттырыу тураһында ишетмәгән, ә бына бер ҡатындан ғәфү талап итеүҙе таратҡан.
Ярай ҙа, ул ҡатын был хаҡта ишетһә, иғтибарға алһа... Миндә шундай тойғо – Саломе ханым был талапҡа ыһ та итмәйәсәк.
Читайте нас: