-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2019, 10:07

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр Балалар күберәк тыуһын, иҫән-һау үҫһен

Башҡортостан республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Демография”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа һәм 3 төбәк проектын финанслауҙа ҡатнаша.

Проекттарҙың төп маҡсаты – республикала яңы тыуған балалар һанын арттырыуҙа ярҙам күрһәтеү.
Рәсәйҙә демография төп проблемаларҙың береһенә әйләнеп бара, яңы тыуған сабыйҙар һаны кәмей.
Бала табыуға һәләтле 1000 ҡатын-ҡыҙ араһында 2019 йылда 113 сабый тыуған, 2024 йылға яңы тыуғандар һанын 119 сабыйға еткереү маҡсат итеп ҡуйылған.
Тыуымды арттырыу өсөн Хөкүмәт аҡса йәлләмәй. Ошо маҡсатта быйыл 4 млрд. һумға яҡын аҡса тотоноласаҡ. Йәмғеһе 2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда ғына демография проблемаларын хәл итеү өсөн милли проекттар сиктәрендә 25 млрд. һум аҡса бүленгән.
Читайте нас: