+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2019, 10:55

Боржоми эсергә һуң инде. Красноусол һыуын эсергә бер ваҡытта ла һуң түгел.

Рәсәй һәм Грузия мөнәсәбәттәре элеккесә һалҡын килеш ҡала. Грузиндар был һалҡынлыҡтан күберәк зыян күрә. Сөнки Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, Мәскәү менән Тбилиси араһында 8 июлдән бирле самолеттар осмай. Грузиндарға Ереван, Баҡы, Истанбул аша осоп, аҡсалата зыян күрергә тура килә.

Шул уҡ ваҡытта, грузиндар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Грузияға ҡаршы иҡтисади санкциялар индереүҙе хупламауын миһырбанлыҡ акты тип ҡабул итте.
Грузия халҡының ҡыҙыу ҡанлы булыуы үҙ-ара сауҙаға ла зыян килтерә. Рәсәй ритейлерҙары грузин шараптарының һәм минераль һыуҙарының аҙ һатылыуына зарлана. Етмәһә, шарап менән һыуҙар ялған икән, тигән хәбәрҙәр рәсәйҙәр араһында киң таралған.
Эйе, Рәсәй магазиндарында хәҙер йәнең теләгән шарапты һәм һыуҙы һатып алырға мөмкин. Мәҫәлән, Красоусол һыуын эсергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Үҙе арзан, шифалы һәм, әлбиттә, ялған түгел.
#ВладимирПутин
Читайте нас: