+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2019, 10:26

Ете бала батып үлгән. Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Полиция мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йәкшәмбе кис 8 йәштән 10 йәшкә тиклемге туғыҙ малай, өлкәндәр ҡурсалауынан тыш һыу инергә киткән. Уларҙың юлында ямғыр һыуы тулған ҙур ғына соҡор осрай. Малайҙар уны урап үтә алмай, һыуҙа шаяра, уйнай башлай. Балаларҙың ҡайһы берәүҙәре һыуға тайып төшә һәм ләмгә бата башлай. Ҡалғандары уларға ярҙамға ташлана. Ҡот осҡос мәхшәр ваҡытында ете малай һыуға бата, ярҙамға килеп еткән өлкәндәр ике малайҙы ҡотҡарып ҡала.

Һиндостандың Бихар штатында ямғырҙар ваҡытында 8 миллион самаһы кеше зыян күрә, 127 кеше батып үлә.
Малайҙар батып үлгән Дойла ауылының ата-әсәләре зыянды ҡаплауҙы талап итеп, штат етәкселеген судҡа биргән.
Йәй үтеп бара, эҫе көндәр булыр тип өмөт итәйек. Һыу ингәндә балаларығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ. Быйыл Башҡортостанда ҡараусыһыҙ урындарҙа һыу инеп, унлап бала батып үлде. Балаларҙың ғүмере өсөн өлкәндәр яуаплы. Балаларҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: