Рәсәй Мәғариф министрлығы “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандан килгән 8 ғаризаны перспективалы тип тапты һәм федераль субцидияларға фатиха бирҙе. Хупланған гранттар 2020-2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
Милли проекттарға ярашлы Башҡортостанда 3 йылда һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге 133 үҙәк асыласаҡ, 9 “IT-куб” балалар өсөн һанлы мәғариф үҙәге эшләй башлаясаҡ.
Шулай уҡ Башҡортостанда милли проекттар ярҙамында 10 белем биреү учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыуға, 690 мәктәпкә һанлы технологиялар индереүгә иҫәп тоталар.