+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2019, 09:57

Башҡорт балы. Башҡорт ҡымыҙы. Башҡорт аты. Башҡорт хоккейы.

Көндөң һәйбәт хәбәре океан аръяғынан килде.Башҡорт хоккейының иң сағыу вәкилдәренең береһе – 25 йәшлек ҡапҡаһаҡсыһы “Тампа” клубы менән һигеҙ йылға 76 миллион АҠШдолларына килешеү төҙөгән.

Көндөң һәйбәт хәбәре океан аръяғынан килде.
Башҡорт хоккейының иң сағыу вәкилдәренең береһе – 25 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Василевский “Тампа” клубы менән һигеҙ йылға 76 миллион АҠШ долларына килешеү төҙөгән. Бындай контракт менән Бобровский, Панарин, хатта Овечкин һымаҡ йондоҙҙар ғорурлана ала. Хәҙер башҡорт хоккейы тәрбиәләнеүсеһен спорт донъяһында иң ҡиммәтле уйынсыларҙың береһе булараҡ ҡабул итәләр.
Юғиһә, башҡорт балы, ҡымыҙы, аты менән бергә һуңғы осор “башҡорт кассиры” тип күберәк һөйләй башлағайнылар. Бындай кассирҙар бер илгә лә абруй өҫтәмәй. Уларҙың даны ғәҙел хөкөм залдарынан алыҫ китергә тейеш түгел.
Океан аръяғында Андрей Василевский хаҡында “Рәсәй, Башҡортостан, башҡорт
хоккейы тәрбиәләнеүсеһе” тип беләсәктәр. Ә бына ошо миҫал менән ғорурланмау
мөмкин түгел.
Читайте нас: