+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2019, 19:09

Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе. Тик, үкенескә ҡаршы, юлда һәләк булғандар һаны буйынса.

Йыл башынан Башҡортостан юлдарында 178 кеше һәләкбулған, 2100 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Ошо күрһәткестәр менән республикаФедераль округта – беренсе, ә Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй.

Эйе, йыл башынан Башҡортостан юлдарында 178 кеше һәләк булған, 2100 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Ошо күрһәткестәр менән республика Федераль округта – беренсе, ә Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй.
Башҡортостан Рәсәйҙең уртаһында, оло юлдар сатында урынлашҡан, трафик күләме йөҙҙәрсә мең транспорт саралары менән иҫәпләнә, юлдарҙың сифаты насар һымаҡ тиҫтәләрсә аҡланыу сәбәптәре табырға булыр ине.
Башҡортостандың ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов аҡланып торманы, юлдағы хәлдәрҙе теүәл һәм аныҡ итеп һөйләп бирҙе. Быға тиклем видеофиксаторҙар аҙыраҡ булған, хәҙер уларҙы күпләп ҡуялар. Иң күп һәләкәтле авариялар Туймазы районында теркәлгән, быйыл 23 кешенең ғүмере өҙөлгән. Хәҙер район юлдарында автоинспекторҙар даими дежурҙа тора. Эскән килеш руль артына ултырыусылар һаны кәмемәй. Мәҫәлән, Баймаҡ районында иҫерек водитель эләкмәгән көн юҡ. Шундай уҡ хәл Өфө, Салауат ҡалаларында күҙәтелә. Бөгөн Башҡортостан юлдарында 150 мең самаһы юл тамғалары етешмәй.
Республика етәкселеге юлдарҙағы хәлде даими контролгә алырға мәжбүр булды. Автоинспекторҙар рейдтарҙы йыш үткәрә. Ыңғай һөҙөмтәләр бөгөн үк күренергә тейеш.
Читайте нас: