+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2019, 10:40

Киев һаман Ҡырымға ымһына. Бының өсөн АҠШ менән Төркиәне йәлеп итмәксе.

Украинаның яңы хакимиәте Ҡырымды кире ҡайтарыухыялынан баш тартмай. Бының өсөн ул хатта сит идәрҙе лә йәлеп итергә риза.Мәҫәлән, АҠШ менән Төркиәне. Йәнәһе, улар ҡатнашлығында Ҡырымға идара итеү һәмстатусын билдәләү өсөн халыҡ-ара майҙан булдырырға мөмкин булыр ине. Киев былтәҡдимде хәҙерге дәүерҙә иң отошлоһо тип иҫәпләй. Әлбиттә, хыялланып алыуҙанберәүҙе лә тыйырға ярамай. Бар донъя Ҡырымдың Рәсәйгә референдум ярҙамындаәйләнеп ҡайтыуының шаһиты булды. Тауыш биреүселәрҙең 95 проценттан ашыуыҠырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы файҙаһына тауыш бирҙе.

Украинаның яңы хакимиәте Ҡырымды кире ҡайтарыу хыялынан баш тартмай. Бының өсөн ул хатта сит идәрҙе лә йәлеп итергә риза. Мәҫәлән, АҠШ менән Төркиәне. Йәнәһе, улар ҡатнашлығында Ҡырымға идара итеү һәм статусын билдәләү өсөн халыҡ-ара майҙан булдырырға мөмкин булыр ине. Киев был тәҡдимде хәҙерге дәүерҙә иң отошлоһо тип иҫәпләй. Әлбиттә, хыялланып алыуҙан берәүҙе лә тыйырға ярамай. Бар донъя Ҡырымдың Рәсәйгә референдум ярҙамында әйләнеп ҡайтыуының шаһиты булды. Тауыш биреүселәрҙең 95 проценттан ашыуы Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы файҙаһына тауыш бирҙе.
Ә хәҙер төп ҡатнашыусылар – АҠШ менән Төркиәгә иғтибар итәйек. Улар риза булырмы икән? Был осраҡта АҠШ-ҡа Мексика ҡултығын – Мексикаға, Алясканы – Рәсәйгә кире ҡайтарырға, ә Төркиәгә Босфор боғаҙын азат итергә тура килмәгәйе.
Тарихта бындай миҫалдар етерлек. Шуның өсөн Украинаға Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына күнергә һәм үҙ халҡының тормошон яҡшыртыу буйынса эшләргә генә ҡала.
Читайте нас: