+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2019, 08:00

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Төҙөүселәр өлөшө тос һәм аныҡ.

Хөкүмәт ултырышында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин төбәк милли проекттарының нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өс йүнәлешкә бүленгән: ипотека буйынса саралар, торлаҡ менән тәьмин итеү һәм аврия хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү.

Дәүләт комитеты тарафынан төҙөлгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” төбәк проекттары район һәм ҡалалар хакимиәттәре менән бергә тормошҡа ашырыла. “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ” төбәк проектына ярашлы, быйыл 2 миллион 100 мең кв. метрҙан ашыу торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Федераль проекттар тәҡдим иткәнсә, республика күберәк төҙөй ала. Быйыл, мәҫәлән, 2333000 кв. метр.
Авария хәлендәге торлаҡтан күсеү өсөн ғаиләләргә 400000 кв. метрҙан ашыу торлаҡ бүленгән. “Жилстройсбережение” программаһына ярашлы, 1180 кредит бүленгән, бынан тыш “Башҡортостан Республикаһында ипотека” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла.
Республика ҡалаларында һәм райондарында 8377 кв. метр торлаҡҡа авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр күсенәсәк.
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#национальныепроекты
Читайте нас: