Берәү ҙә аптыранмай, Украина Майҙан килтергән зыяндан аҡрынлап арына һәм юғалтыуҙарҙы барлай. Майҙан аша Юғары Радаға килгән депутаттарҙың барыһы ла һуңғы һайлауҙарҙа еңелде. Иң ҙур юғалтыуҙарҙы элекке президент Порошенко һәм уның ғаиләһе кисерә. Порошенкоға ҡарата ун ике енәйәт эше асылған, уның бизнесын Украина Хөкүмәте файҙаһына хосусилаштырыу хаҡында тәҡдимдәр нығыраҡ ишетелә.
Ошондай шарттарҙа Пётр Порошенконың ғаиләһенә төрлө самолеттарҙа төрлө яҡҡа ашығыс рәүештә осоуҙан башҡа бер сара ла ҡалманы. Порошенко үҙе Төркиәгә ял итергә барам, тип белдергән, ә самолёты Дубайға килеп төшкән. Ә ҡатыны, киреһенсә, Мюнхенға осоп киткән.
Бер аҙна элек Порошенко дәүләт тарафынан бирелгән һаҡсыларҙан һәм медицина хеҙмәтенән баш тартҡан.
Хәҙер Киевта элекке президент әйләнеп ҡайтырмы, суд эштәрендә ҡатнашырмы, тип юрайҙар.