Ә икенсе Президентты күрергә теләүселәр бармы һуң? Әлбиттә, бар. Яуап биреүселәрҙең 38 проценты юғары вазифаны башҡа кеше биләүен теләй.
Рәсәйҙә Владимир Путинға ҡарата мөнәсәбәттең икегә бүленеүе берәүҙе лә ғәжәпләндермәй. Оҙаҡламай уның Рәсәй Хөкүмәтенә етәкселек итә башлауына 20 йыл тула. Рәсәйҙәрҙең күпселеге 90-сы йылдар аҙағындағы мәңге бөтмәҫ һымаҡ тойолған ғәҙелһеҙлекте, фәҡирлекте, сәйәси мәхшәрҙе әле онотмаған һәм яңынан ҡабатланыуын теләмәй. Үткән ике тиҫтә йыл эсендә Рәсәй аяғына ныҡлы баҫты, халыҡ-ара кимәлдә абруйын ҡайтарҙы, башҡаларҙы үҙе менән иҫәпләшергә мәжбүр итте. Ҡасандыр үҙ ваҡытында пенсия, эш хаҡы алмағанлыҡтан йонсоған халыҡ та хәҙер бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөтә. Хәҙер икмәк һәм тамаша менән генә күпселекте әүрәтеп булмай.
Былтыр март айында күпселек тауыш менән Владимир Путинды яңынан Президент итеп һайлаған халыҡ бөгөн юғарыраҡ талаптар ҡуя. Пенсия реформаһы, килемдәрҙең кәмеүе, хаҡтарҙың артыуы, байҙар менән фәҡирҙәр араһындағы айырма ысынбарлыҡҡа талапсан күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә.
Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Милли проекттар халыҡтың тормошон
яҡшыртыуға, күпселектең властҡа ихтирамлы һәм хөрмәтле мөнәсәбәтенә иҫәпләнгән.
Тик ошо проекттарҙағы изге маҡсаттар иң тәүҙә үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуға
күнеккән эреле-ваҡлы түрәләрҙең йылы кабинеттарында һүнеп ҡалмаҫмы? Бөгөн
күпселекте ошо һорау борсой һәм Путин килер, Путин тәртип урынлаштырыр, тигән
фекер тағы ла хәҙерге Президент файҙаһына тауыш бирергә күндерәме?