+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль 2019, 08:01

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Йәшәгән урыныбыҙ уңайлы һәм матур булһын.

Былтыр Федераль ҡаҙнанан “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 891 миллион һум аҡса бүленһә, быйыл ошо уҡ маҡсатта 1 миллиард 416 миллион һум тотоноласаҡ. Хөкүмәт ултырышында премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты

Былтыр Федераль ҡаҙнанан “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 891 миллион һум аҡса бүленһә, быйыл ошо уҡ маҡсатта 1 миллиард 416 миллион һум тотоноласаҡ. Хөкүмәт ултырышында премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне.
Һуңғы арала ғына тиҫтәләрсә ҡалала һәм районда булырға өлгөргән республика етәксеһе Радий Хәбиров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы етешһеҙлектәргә йүнәлтте. “Әгәр төҙөкләндереү эштәрен башҡарғанда кәмселектәр булһа, һеҙҙең менән һис икеләнмәйенсә хушлашырға тура киләсәк”, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Башҡарылған эштәр матур һәм уңайлы, иң мөһиме, зауыҡ менән тормошҡа ашырылһын. Милли проекттар шул йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлылыҡтар булдырыу өсөн эшләнә.
Читайте нас: