+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Август 2019, 08:00

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Рәсәй Президенты Хөкүмәткә аныҡ тәҡдимдәр еткерҙе.

Рәсәй Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын Президент Владимир Путиндың алып барыуы, аныҡ тәҡдимдәр индереүе милли проекттарҙың иң юғары кимәлдә контролдә тороуы хаҡында һөйләй. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Рәсәй Президенты хатта туранан-тура, йәки ҡулдан идара итеүҙән дә баш тартмай. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты

Рәсәй Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын Президент Владимир Путиндың алып барыуы, аныҡ тәҡдимдәр индереүе милли проекттарҙың иң юғары кимәлдә контролдә тороуы хаҡында һөйләй. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Рәсәй Президенты хатта туранан-тура, йәки ҡулдан идара итеүҙән дә баш тартмай.
Ултырышта Владимир Путин Хөкүмәт алдында түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙы. Ағымдағы йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙең стратегик үҫешен тәьмин итеүсе төп йүнәлештәр буйынса хоҡуҡи базаны нығытыусы федераль закон ҡабул итергә.
“Рәсәй банкы” һәм Федераль именлек хеҙмәте менән хеҙмәттәшлектә һанлы финанс активтарын көйләү һәм һанлы технологиялар ярҙамында финанстарҙы йәлеп итеүҙе тәьмин итеүсе федераль закон проектына уртаҡ ҡараш еткереү.
РФ субъекттарының урындағы власть органдары менән бергә төбәк программаларына ярашлы, кешеләрҙе бушлай медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, федераль ҡануниәткә ярашлы, бушлай дарыуҙар һатып алыуға анализ. Урындарҙа аҡса етмәгән осраҡта, төбәктәргә федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеү.
Рәсәй Президентының милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, льготалыларҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеүгә Хөкүмәттең иғтибарын йүнәлтеүе осраҡлы түгел, сөнки төбәктәрҙән һаулыҡ һаҡлау буйынса ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр йыш килә. Ә урындағы власть дарыу юҡлыҡҡа, аҡса етмәүгә, конкурс саралары үткәреп өлгөрмәүгә һылтанып, кәрәкле препараттар менән тәьмин итеүҙе өҙә.
Хөкүмәт ултырышынан һуң был етешһеҙлектәр юҡҡа сығыр, тип өмөт итәйек.
Читайте нас: