+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Август 2019, 10:01

Владимир Путин Дмитрий Рогозин менән осрашты. Йыһанда беҙҙең эштәр нисек бара?

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Роскосмос” дәүләт концерны башлығы Дмитрий Рогозин менән осрашты һәм предприятиеның эше менән танышты. “Роскосмос” бөгөн уңышлы һәм табышлы эшләүсе дәүләт концерндарының береһе. Ул йыһанға осоу, “Союз” халыҡ-ара космик станцияһына кешеләр һәм йөктәр ташыу буйынса монополистарҙың береһе.

Дмитрий Рогозин дәүләт башлығына концерндың эшмәкәрлеге, үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Быйыл предприятие йылды табыш менән тамамалаясаҡ, заказдар һәм төҙөлгән килешеүҙәр 2020 йылда табыш күләмен 100 млрд. һумға еткерәсәк. Фәнни-техник эштәр юғары кимәлдә ҡуйылған, “Прогресс” йыһан карабы менән “Фёдор” исемле робот осоролған.
Читайте нас: