+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2019, 23:03

Дәүләт Думаһы депутаты иҫкәртә. Оҙаҡламай 15 млн. кеше эшһеҙ ҡаласаҡ.

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт комитеты ағзаһы Олег Шеин оҙаҡламай 15 миллион самаһы рәсәйленең урамда ҡалыу ҡурҡынысы барлығы хаҡында иҫкәртә. Кемдәргә янай бындай ҡурҡыныс?

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт комитеты ағзаһы Олег Шеин оҙаҡламай 15 миллион самаһы рәсәйленең урамда ҡалыу ҡурҡынысы барлығы хаҡында иҫкәртә. Кемдәргә янай бындай ҡурҡыныс?
Мәҫәлән, махсус белем талап ителмәгән һөнәр вәкилдәренә: ҡарауылсы, шофёр, һатыусы. Депутат киҫәтеүенсә, ҡайһы бер һөнәрҙәрҙе роботлаштырыу һәм автоматлаштырыу байтаҡ кешене эшһеҙ ҡалдырасаҡ. Ә бына эшһеҙ ҡалғандарҙы социль яҡтан артабан нисек яҡлау тураһында депутат әлегә өндәшмәй. Киләсәктә Рәсәйҙә депутатттар ғына ҡалырмы икән? Тик улар кемдәр түләгән һалым иҫәбенә йәшәр һуң?
Читайте нас: