+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2019, 23:32

Николай Валуев Өфөнө оҡшатҡан. Донъя чемпионы Өфөлә бокс мәктәбе асырға теләй.

Бынан бер нисә ай элек бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев Өфөлә булып киткәйне. Ул бушҡа килмәгән икән. Дәүләт Думаһы депутаты сифатында Өфөнөң спорт мөмкинлектәре менән танышҡан һәм бында бокс буйынса юғары спорт мәктәбе асыу тураһында ҡарарға килгән.

4 августа депутатты республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡабул итте һәм киләсәккә хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты.
Рәсәйҙә Николай Валуевты белмәгән кеше бик һирәктер. Заманында абсолют ауырлыҡта донъя чемпионы исемен яулап, юғары исемде байтаҡ ҡына үҙ ҡулында тотҡайны, 2010 йылда боксерлығын ҡалдырҙы һәм сәйәсәт менән етди шөғөлләнә башланы. Дәүләт Думаһының 6-сы һәм 7-се саҡырылыштары депутаты, Парламенттың Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары.
Николай Валуев Өфөлә асыласаҡ бокс мәктәбен Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ, тип вәғәҙә итә.
Читайте нас: