+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 14:06

Депутаттар йәштәр мәнфәғәтен хәстәрләй. 25 йәшкә тиклем белем алыуға һәм торлаҡҡа ғына.

Ленинград өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы депутаты Владимир Петров йәштәргә кредитты 25 йәшкә тиклем юғары белем һәм торлаҡ һатып алыуға ғына бирергә тигән тәҡдим менән Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт итте.

Депутат яҙыуынса, йәштән кредит биреү никахтарға, балалар үҫтереүгә кире йоғонто яһай. Өҫтәүенә, йәштәр бурысҡа йәшәй башлай, аҡсаларына бары тик ҡиммәтле кеҫә телефондары, автомобилдәр һатып ала һәм сит илдәргә сәйәхәттәргә тотона. Банктар ҙа реклама ярҙамында йәштәрҙе бурысҡа батыра.
Рәсәйҙәрҙең бурысҡа батыуы күптән күҙәтелгән күренеш. Шул сәбәпле һуңғы
осор кредит алыусыларҙың кәмеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, 2019 йылдың 2-се кварталы
йомғаҡтары буйынса рәсәйҙәр 53,7 млрд. һумлыҡ 4 млн. кредит алған.
Читайте нас: