+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 10:52

Эскеселәр төйәге исеме беҙҙе биҙәмәй. Әллә беҙҙең наркологтар үҙ вазифаһына үтә яуаплы ҡараймы?

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәрҙә алкоголле эсемлектәр менән мауығыусылар менән бәйле мәғлүмәттәр иғлан итте. Беренсе урындарҙа Мәскәү, Мәскәү өлкәһе (2,8 мең пациент), Пермь крайы, Силәбе өлкәһе (2,4 мең). Ә Башҡортостан 2,2 мең пациент менән 5-се урында.

Ни өсөн беҙ бишенсе урында? Әллә беҙҙең наркологтар үҙ вазифаһына үтә талапсан ҡараймы? Эскеселек сәбәптәрен социаль күренеш булараҡ, бәлки, ауылдарҙан эҙләп ҡарарғалыр. Сөнки Башҡортостан халҡының 40 проценты самаһы ауылдарҙа йәшәй һәм эшһеҙлектән йонсой. Ә инде эшһеҙлек һәр ваҡыт эскеселек менән ҡуша йөрөй.
Өлгө алырлыҡ миҫалдар бар бит. Ингуш республикаһында, мәҫәлән, былтыр бер генә алкоголик теркәлгән. Улар Чечня, Ҡабарҙы-Балҡар һәм башҡа Кавказ республикаларында ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Быйыл ғына күпме контрафакт араҡы юҡ ителде, хәҙер һабантуйҙарҙы, байрамдарҙы эскеһеҙ үткәрергә тырышабыҙ, “Айыҡ ауыл” конкурсы гөрләп бара, күпселек эскелеккә ҡаршы, ләкин ыңғай һөҙөмтәләр аҙ.
Барлыҡ ил менән берләшеп күтәрелмәһәк, булмаҫ, ахыры.
Читайте нас: