+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 10:03

Иркутск өлкәһендә һыу баҫыуҙа зыян күреүселәр Сочиҙа ял итә. Кисә улар менән Президент Владимир Путин осрашты.

Һеҙгә мәғлүм булыуынса, июнь аҙағында Иркутск өлкәһен һыу баҫты, 42 мең кеше зыян күрҙе, 25-е һәләк булды. Һыу аҫтында 109 ауылда 11 мең өй ҡалды. 3500 өйҙө яңынан сафҡа индерерлек түгел. Барлыҡ зыян 35 миллиард һумдан ашып китте. #ВладимирПутин

Һеҙгә мәғлүм булыуынса, июнь аҙағында Иркутск өлкәһен һыу баҫты, 42 мең кеше зыян күрҙе, 25-е һәләк булды. Һыу аҫтында 109 ауылда 11 мең өй ҡалды. 3500 өйҙө яңынан сафҡа индерерлек түгел. Барлыҡ зыян 35 миллиард һумдан ашып китте.
Июль аҙағындағы оҙайлы ямғырҙар һыуҙың тағы ла күтәрелеүенә килтерҙе. Һыу аҫтында 3 меңләп кеше йәшәгән 25 ауыл ҡалды.
Кисә Сочиҙа РФ Президенты Владимир Путин һыу баҫыуҙан зыян күреүселәр менән осрашты, уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, һыу баҫыу зонаһында торлаҡ төҙөлөшө һәм ремонт эштәре тейешле кимәлдә ойошторолған. Эштәрҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ ойошторорға тырышалар, ләкин һыу баҫыуҙың ҡабатланыуы эш графигының аҙаҡҡараҡ күсеүенә килтергән. Шулай уҡ дәүләт башлығы йыл һайын һыу баҫҡан майҙандарҙа яңы торлаҡ төҙөү кәрәкмәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Президент ял итеү шарттары, ял итеүселәрҙең һаулығы менән ҡыҙыҡһынды һәм
һорауҙарына яуап бирҙе.
Читайте нас: