-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 08:00

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Демографик көрсөктән сығыу юлдары бар!

Ағымдағы йылдың биш айында Башҡортостанда 17421 бала тыуған. Был күрһәткес Волга буйы федераль округында 1-се, ә тотош Рәсәйҙә 7-се урын. Бер ҡараһаң, проблемалар юҡ һымаҡ, ләкин былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда тыуымдың 10 процентҡа самаһы кәмеүе уйланырға мәжбүр итә. Етмәһә, республика халҡының тәбиғи кәмеүе лә 3737 кешегә еткән. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты; #ВладимирПутин

Ағымдағы йылдың биш айында Башҡортостанда 17421 бала тыуған. Был күрһәткес Волга буйы федераль округында 1-се, ә тотош Рәсәйҙә 7-се урын. Бер ҡараһаң, проблемалар юҡ һымаҡ, ләкин былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда тыуымдың 10 процентҡа самаһы кәмеүе уйланырға мәжбүр итә. Етмәһә, республика халҡының тәбиғи кәмеүе лә 3737 кешегә еткән.
“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу балалар тыуыуының күбәйеүенә ярҙам итер ине. Мәҫәлән, бөгөндән үк балалар баҡсалары, ясля баҡсалары мәсьәләһе киҫкен тора. Өс йәшкә тиклемге бер, йәки ике бала тәрбиәләгән ғаиләләргә пособиелар түләүҙе арттырыу бөгөндән ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Йәш ғаиләләр, мохтаждар Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған закондарҙы ҡыуаныс менән ҡабул итте. Балалы йәш ғаиләләр шулай уҡ ипотека түләгәндә Хөкүмәт компенсацияларына иҫәп тота ала.
Республикала мохтаж ғаиләләрҙе тәьмин итеү өсөн һөт кухнялары эшләй
башланы. Башҡортостан тәжрибәһе менән башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына.
Читайте нас в