“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16,4 миллиард һум аҡса бүленгән. Ошо аҡса иҫәбенә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, медицина ярҙамын яҡшыртыу, ауылдарҙа ФАП-тар асыу ҡаралған. Әле республиканың ҡалаларында һәм райондарында 18 балалар поликлиникаһы төҙөлә һәм ремонт бара.
Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында милли проекттар иҫәбенә төҙөлгән балалар поликлиникалары республикала иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ. Туймазыла төҙөлөш эштәре дауам итһә, Дүртөйлөләге поликлиникала биҙәү һәм эргәләге майҙанды төҙөкләндереү бара.
Ошо аҙнала республика етәксеһе Радий Хәбиров поликлиника төҙөлөшө менән танышты һәм кадрҙар, ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Дүрт ҡатлы поликлиника бер нисә айҙан балаларҙы ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ. Беренсе ҡатта иркен зал һәм регистратура, тиҙ ярҙам бүлмәһе, рентген кабинеты һәм травматогия урынлашасаҡ. Күпселек бүлмәләр икенсе ҡатта урын алған, тимәк, балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә күтәрелеү анһат буласаҡ. Башҡа бүлмәләр өсөнсө, дүртенсе ҡаттарҙа урынлашҡан. Дүртөйрө Үҙәк дауаханаһы баш табибы Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, 37 миллион һумлыҡ яңы ҡорамалдар һатып алынған. Радий Хәбиров поликлиниканы белгестәр менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүлде. Республикала дауаханаларҙы тар белгесле кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса 125 миллион һумлыҡ программа төҙөлгән.
Поликлиника төҙөлөшө, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 200 миллион һумдан ашыу хаҡҡа төшәсәк.