+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2019, 11:16

Һаҡ булығыҙ, дүрт көнлөк эш аҙнаһы! Медиктар иҫкәртеп ҡуйыуҙы үҙенең бурысы һанай.

Рәсәй Хөкүмәте үҙенең ҡарамағындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлауҙы һәм һаҡлауҙы дауам итә. Иң юғары кабинеттарҙа дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү хаҡында тәҡдимдәр көндән-көн йышыраҡ яңғырай.

Рәсәй Хөкүмәте үҙенең ҡарамағындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлауҙы һәм һаҡлауҙы дауам итә. Иң юғары кабинеттарҙа дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү хаҡында тәҡдимдәр көндән-көн йышыраҡ яңғырай.
Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү түләүҙә һәм эш хаҡында нисек сағылыш табасаҡ, әлегә был хаҡта иҡтисадсылар өндәшмәй.
Ә бына медицина хеҙмәткәрҙәре, психологтар яңы тәртип килтерәсәк зыян хаҡында киҫәтеп ҡуйыуҙы үҙенең бурысы һанай. Мәҫәлән, был осраҡта артыҡ ауырлыҡтан яфаланыусылар, ябайыраҡ әйтһәк, һимереүселәр күбәйәсәк, ошо нигеҙҙә мөнәсәбәт асыҡлауҙар, невроздар, хатта айырылышыусылар һаны артасаҡ. Ә был беҙгә кәрәкме? Сөнки Рәсәйҙә ғаилә институттары көрсөк кисерә.
Ошо тәҡдимгә “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” сайттарын алып барыусыларҙың да үҙ
фекере бар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙең халыҡ өсөн ял итеү мәҙәниәте – ят
шөғөлдәрҙең береһе. Беҙ йыш ҡына ял итеүҙә спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға
өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, элек ике көн генә эсһәк, хәҙер өс көн эсергә тура
киләсәк. Беҙҙең реформаларҙан һәм үҙгәртеп ҡороуҙарҙан ҡаҡшаған һаулығыбыҙ
бындай көсөргәнеште күтәрә алырмы икән? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: