+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2019, 11:56

Нимә өсөн көрәшәләр? Нимә булһын, сүп-сар сығарыу өсөн.

Коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу реформаһы үҙенең асылын күрһәтә башланы. Республикабыҙҙың көньяғындағы эре сәнәғәт үҙәктәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыусы төбәк операторҙары үҙ-ара көрәшә. Монополияға ҡаршы көрәш буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы ошо көндәрҙә ҡалдыҡтарҙы ташыусыларҙың конкуренцияны сикләүҙә ғәйепләүсе ялыуын ҡабул итте.

Был көндәшлектең иң тәүҙә ыңғай яғын баһалайыҡ. Тимәк, хәҙерге баҙарҙа хеҙмәттең был төрөнә ихтыяж бар һәм сүп-сар, көнкүреш ҡалдыҡтары һәр төбәктән сығарыласаҡ. Халыҡ ай һайын үҙ кеҫәһенән байтаҡ аҡса түләй һәм урамдарҙың таҙа булыуын талап итә.
Ысынлап та, хеҙмәтләндереү баҙарында был эш өсөн түләү күләме шаҡ ҡатырырлыҡ. Мәҫәлән, килешеүгә ярашлы, еңгән предприятие 2027 йылдың авгусына тиклем 16,09 млрд. һумлыҡ эш башҡарасаҡ һәм 1,35 млн. кеше йәшәгән Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һәм эргәләге 18 районды хеҙмәтләндерәсәк.
Эш аҡсала ғына түгелдер. Ҡытайҙар әйтмешләй, бесәйҙең төҫө түгел, уның
сысҡан тота белеүе мөһим. Иң мөһиме, йәшәгән биләмәләребеҙ һәм йорттарыбыҙ таҙа
булһын.
Читайте нас: