+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Август 2019, 08:00

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Мәғарифты, тимәк, киләсәкте хәстәрләйбеҙ.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин тармаҡ алдында торған бурыстар, хәл итәһе проблемалар хаҡында һөйләне. Төп талаптар – яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү, мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыу, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү.

Милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда һәләтле балаларҙы һайлап алыу ярҙамында төрлө тармаҡтарҙа Рәсәй кимәлендә эшләгән “Сириус” һымаҡ уҡыу йорттары асыу файҙалы булыр ине.
Мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эштәрен бер сменаға күсереү эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта быйыл 6500 уҡыусыға иҫәпләнгән 21 мәктәп ишектәрен асасаҡ.
Читайте нас: