+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Август 2019, 08:00

Владимир Путин Андрей Костин менән осрашты. Ипотека ставкалары артабан да түбәнәйәсәк.

Йыл башында үткән осрашыуҙарҙың береһендә ВТБ Банкыһы башлығы Андрей Костин Рәсәй Президенты Владимир Путинға ипотека стакаларын кәметеү дауам итәсәк, тип белдергәйне. Бөгөнгө осрашыу был мәсьәләгә аныҡ асыҡлыҡ индерҙе. Инфляцияның түбәнәйеүе темптары талаптарға яуап бирә, шуға ярашлы, ВТБ торлаҡ ипотекаһының кимәлен 9,9 процентҡа тиклем кәметкән. #ВладимирПутин

Йыл башында үткән осрашыуҙарҙың береһендә ВТБ Банкыһы башлығы Андрей Костин Рәсәй Президенты Владимир Путинға ипотека стакаларын кәметеү дауам итәсәк, тип белдергәйне. Бөгөнгө осрашыу был мәсьәләгә аныҡ асыҡлыҡ индерҙе. Инфляцияның түбәнәйеүе темптары талаптарға яуап бирә, шуға ярашлы, ВТБ торлаҡ ипотекаһының кимәлен 9,9 процентҡа тиклем кәметкән.
– Үҙәк банк алған йүнәлеш һәм киләсәккә фараздар йыл аҙағына тиклем ставкаларҙы тағы ла кәметергә мөмкинлек бирәсәк, –­ тине Костин әфәнде.
– Беҙ ҙә шуға иҫәп тотабыҙ, ­– тип яуапланы Рәсәй Президенты.
ВТБ етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, 2019 йыл башынан ипотекаға ихтыяж 25 процентҡа артҡан һәм банк тарафыннан 130 меңдән ашыу кредит бирелгән.
Яҙғы осшрашыу ваҡытында Владимир Путин торлаҡ өсөн бүленгән ипотека ставкаларын һигеҙ процентҡа тиклем кәметергә кәрәк, тигән тәҡдим яһағайны. Андрей Костин был тәҡдимдең тормошҡа ашырылырына ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: