Башҡортостан федераль ҡаҙнанан һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәген асыуға 211 млн. һумдан артығыраҡ аҡса алды. Балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен үҫтереү төрлө йүнәлештә ғәмәлгә ашырыласаҡ. Бындай үҙәктәр Республика Инженер лицей-интернатында, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика лицей-интернатында, Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге сәнғәт гимназия-интернатында, спорт йүнәлешендәге 5-се һанлы республика мәктәп-интернатында асыласаҡ.